БАШЛАНҒЫС КЛАСТА БАШҠОРТ ТЕЛЕ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ ТЕЛМӘР ҮҪТЕРЕҮ

Автор: Фахрисламова Альфина Закировна
Дөрөҫ, яҡшы үҫешкән телмәр баланың мәктәптә уңышлы уҡыуға әҙерлегенең төп күрһәткестәренең береһе булып тора. Телмәр һәм телмәрҙең ярлылығы, етешһеҙлектәре уңышһыҙлыҡҡа килтерә, баланың үҙ көсөнә ышанысһыҙлығын тыуҙыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, телмәр етешһеҙлектәре, шул иҫәптән тауыш әйтелеше боҙолған балалар һаны йылдан-йыл арта бара. Телмәр тыумыштан килгән һәләт түгел, ул яйлап формалаша, һәм уның үҫеше күп сәбәптәргә бәйле. Бөгөнгө көндә башҡорт теленән телмәр үҫтереү өсөн методик ҡулланмалар юҡ тип әйтерлек. Шуға күрә балаларҙың телмәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән «Тиҙәйткестәр» йыйынтығы төҙөү бик актуаль.

БАШЛАНҒЫС КЛАСТА БАШҠОРТ ТЕЛЕ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ ТЕЛМӘР.docx